13:56
Рәмиевтәр төйәге

Юлыҡ ауылы. 1781 йылда Ҡазан татарҙары нигеҙ һалған. Улар ерҙе башҡорттарҙан арендаға алғандар. Килешеү буйынса арендаға алыусылар башҡорттарҙың Ырымбур - Верхнеуральск юлында ылау (подвод) сабыу, почта (ям) ташыу, юлды ҡарау һәм күпер төҙөү бурысын үтәгәндәр.

  

 

Юлыҡ ауылында алтын приискаһы хужалары, меценат Рәмиевтарҙың резиденцияһы һәм фирмаһы урынлашҡан булған. Ауылда заманында Рәмиевтарҙың китапханаһы булған ике ҡатлы йорт та һаҡланған (беренсе ҡаты таштан). Унда "Ғалиәбаныу" пьесаһы авторы Мирхәйҙәр Фәйҙи эшләп киткән. Был йорт урамы ла уның исемен йөрөтә. Китапханаға аҙнаһына өс көн ир-егеттәр һәм өс көн ҡатын-ҡыҙҙар йөрөгән.
Ауылда ҙур аҡ таш мәсет тора. 1910 йылда Рәмиевтар Ҡарғалынан ташсылар килтереп һалдырған. Бикле ине. Ауыл халҡы йомаға йөрөй икән.
Тағы ла Рәмиевтарҙың биҙәкле тимер ишекле таш келәте лә һаҡланған. Унда алтындарын бикләп тотҡан тиҙәр.

 

  

Категория: Наш родной край | Просмотров: 221 | Добавил: | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar
close